Спонсордар “Йәншишмә”гә подписка бүләк итте

Декабрь 14, 2021 Просмотров: 25

 Балалар кесе йәштән үк туған телен белһендәр, милли тәрбиә алһындар, республикала йәшәүсе балаларҙың тормошо менән танышһындар тигән маҡсат менән Йәйләү ауылы мәзине Баһманов Миннеразый Шәйхрази улы мәктәпкә республикабыҙҙа сыҡҡан берҙән-бер балалар гәзите “Йәншишмә”гә подписка бүләк итте. Шулай уҡ Исәмәт ауылы имам-хатибы Шәйхелисламов Дәйсән Тимерйән улы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютҡа был гәзиткә подписка бүләк итте. Дин әһелдәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Л.Р.Сәхибгәрәева, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы